Конкурс барышында һәр һылыу үҙ ҡулдары менән теккән иҫ киткес матур күлдәктәрҙә сәхнәне биҙәне. Һәр ҡыҙ үҙенең оҫталығы, телгә маһирлығы, мөләйемлеге менән айырылып торҙо.
Бәйге бик сәмле барҙы. Әлбиттә, жюри ағзаларына иң-иңен билдәләү еңелдән булманы, сөнки барыһы ла һылыу, сибәр һәм еңеүгә лайыҡ ине. Әммә ярыш бит, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, өсөнсө урынға өс гүзәлебеҙ лайыҡ тип табылды. Улар – Исламбайҙан Гүзәл Әхмәтйәнова, Ҡолғананан Фәриҙә Айытбаева, Байназарҙан Лиә Тажитова. Икенсе урынды Килдеғолдан – Рәсилә Көмөшбаева, Тимерҙән Дилара Ғөбәйҙуллина яуланы. Тәүге урынға һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына Байназар һылыуы Зилә Мансурова эйә булды. Ә «Яҙ гүзәле – 2019» исемен Әбделмәмбәт ҡыҙы Рәфилә Мәсәғүтова алып һөйөндө. Барыһы ла аҡсалата бүләк, дипломдар менән бүләкләнде. Жюри ағзаһы, шәхси эшҡыуар Зилә Хәләф ҡыҙы Насретдинова һылыуҡайҙарҙың һәр береһенә махсус бүләктәр әҙерләгәйне. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Бөрйән районы башҡарма комитеты рәйесе Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Йомағолова махсус бүләген Ҡолғана һылыуы Фәриҙә Айытбаевға тапшырҙы.
Был көндө тамаша залын байрам кәйефе солғап алды. Ҡыҙҙарҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Бәйге Бөрйән районы мәҙәниәт йорто артистарының йырҙары, моңло ҡурай тауыштары, «Азамат» өлгөлө бейеү ансамбленең бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡыҙҙарҙы оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар ғына юлдаш булһын!