+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2019, 20:38

1 Май байрамы менән!

Бөгөн иртүк күҙ ҡамаша – Донъя шундай яп-яҡты. Зәңгәр күктә сағыу ҡояш Ал сәскә булып ҡалҡты. Тәбиғәттең иң күркәм мәле – 1 Май, Яҙ һәм хеҙмәт байрамына бағышлап яҙған шиғырын күренекле шағирыбыҙ Сафуан Әлибай ана шулай башлап ебәргән. Ысынлап та, тирә-яҡтағы хозурлыҡҡа һоҡланып туймаҫлыҡ.

Талпынып-талпынып сыйырсыҡтар һайрай, сылтырап йылғасыҡтар аға. Ер ашыҡмай ғына тирләй, парлана. әйтерһең, хәстәрлекле хужаларының уңған ҡулдарының ҡағылыуын көтә...

Тәүге сәскәләр күбәләктәр менән әйлән-бәйлән уйнаған был осорҙа күңелдә хеҙмәт дәрте, сәм, ғәм уяна. Сөнки изге Ер-әсәнең ҡуйыны ил муллығының нигеҙе булыр тос орлоҡтар, бәрәкәтле шытымдар ҡабул итергә әҙерләнгән илаһи сәғәттәрҙә бүтәнсә мөмкин түгел.

Шуға йылдың нәҡ ошо миҙгелен бар тереклек эйәһе ашҡынып көтөп ала, кешеләр байрам итә. Урамдар матур итеп биҙәлә, флагтар эленә, һәр тарафта күңелле йырҙар яңғырай. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бер-береһен ихлас ҡотлай, ҡунаҡҡа йөрөшә, кинәнеп уйнай-көлә. Аҙағыраҡ рухланып, тағы матурыраҡ, мулыраҡ йәшәү ниәтенән хеҙмәт ҡоралдарын тотоп баҡсаларына ашыға, киләсәк хаҡында уйҙарға бирелә. Сөнки зәңгәр күк, көләс ҡояш, яҙ һулышы үҙенән-үҙе шуға этәрә. Был йәш быуынға айырыуса ныҡ ҡағыла. Ни тиһәң дә, май – уҡыу йылы тамамланыу айы ла бит әле. Тимәк, бөгөн ниндәй белемгә эйәбеҙ, нисек хеҙмәткә өйрәнәбеҙ – киләсәгебеҙ ҙә шулай буласаҡ.

Донъя буйлап йәмле май атлай. Шаула, гөрлә, тыныслыҡ, бәхет, берҙәмлек, дуҫлыҡ һәм хеҙмәт байрамы!
Читайте нас: