+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 06:04

«101 әкиәт» тыңлағыҙ!

«Тамыр» телеканалы хеҙмәткәрҙәре телевизор экрандарынан сығып, балалар өсөн матур сараларҙы, йәнле осрашыуҙарҙы күпләп үткәрә башланы. «Родина» кинотеатрында «Туған тел сәғәте» тигән акция бара. «Тамыр»ҙың фильм-әкиәттәре күрһәтелә, уны төшөргән режиссёр, рәссам, операторҙар, актёрҙар менән осрашыу, күңелле уйындар ойошторола. Быға тиклем балалар «Тел асҡысы», «Умырзая», «Балҡас», «Ҡамыр батыр»ҙы ҡараған да инде.

Күптән түгел «Радость есть» кафе­һында «101 әкиәт» аудиоальбомының исем туйы уҙҙы. Был тиклем әкиәтте тыңлап бөтөр өсөн 10 сә­ғәт ваҡыт кәрәк! Бик һәйбәт. Хәҙер әкиәт тыңлап йоҡлап киткән балалар күпме икән ул? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер шары шәберәк әйләнә башланымы – ысынлап та, ваҡыт етмәй… Хәйер, һәр ғаиләлә әкиәт һөйләйҙәр, тип элек тә әйтеп булмай ине. Шулай ҙа халыҡ ижадын балаларға еткерергә тырышҡан өләсәй, олатай, әсәйҙәр генә түгел, атайҙар ҙа бар ул. «Тамыр»ҙар хатта «Әкиәт­се атай» тигән видеокон­курс та үткәрергә ҡарар иткән.

«101 әкиәт» атай-әсәй­ҙәргә, һис шикһеҙ, ҙур ярҙамсы буласаҡ. Кескәйҙәр уйнаған арала ла уны тыңлап, аңдарына һеңдереп йөрөй аласаҡ. Юлда саҡта машинала ла был дискыны ҡуйырға мөмкин. Балаларыбыҙ һәр башҡорт халыҡ әкиәтен белеп үҫергә тейеш.

Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү өсөн өйҙә генә үҙ телебеҙҙә һөйләшеү етмәй шул. Тимәк, башҡорт балалары өсөн тәғәйенләнгән ошондай саралар үткәрелеүе бик һәйбәт. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә ҡасан саф башҡорт төркөмдәре, синыфтары булыр икән? Аралашыу тулыһынса башҡортса барған. Башҡорт мөхите булған. Күп балалар нәҡ баҡсаға йөрөй башлағас, тиҫтерҙәренә эйәреп, үҙ телен онота. Киләсәккә ышаныс бар былай, депутаттарыбыҙ ҙа ҙур сараларҙа башҡортса һөйләшә башланы бит, Аллаға шөкөр.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: