-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 06:02
Әкиәт донъяһына сорналып
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсын уҡыусылар йыл да көтөп ала, теләп ҡатнаша. Быйыл Рәсәйҙә Театр йылы булараҡ, жюри ағзалары гимназистарыбыҙҙың сығышын был юлы ошо күҙлектән сығып баһаланы.
Әҫәрҙең һүҙҙәрен яттан белеү, интонация менән һөйләү, костюмдар булыуы, сағыу декорациялар әҙерләү бәйгенең төп шарттары булып торҙо.
Шулай итеп, күмәк сығыш яһаусылар араһында «Кеше һәм бал ҡорттары» әкиәте менән III «А» синыфы уҡыусылары (синыф етәкселәре – Г. Хужәхмәтова) I урын яуланы, «Һоросай менән Ҡарасай»ҙы сәхнәләштергән II «Б» синыфы (Г. Әхмәҙишина) – икенсе, «Яҡшылыҡ тураһында» әкиәте менән II «А» синыфы өсөнсө урынға сыҡты.
Яңғыҙ сығыш яһаусылар араһынан IV «А» синыфы уҡыусыһы Айгөл Сәлихова еңеүсе булды. I «А»нан Эмилия Ғайсарова, Радмила Лотфуллиналар, ролдәрҙе үҙҙәренә генә хас оҫталыҡ менән башҡарып, икенсе урындарҙы бүлеште. II «А»нан Тимур Мөслимов III урынды алып һөйөндө. Ә «Өмөт» номинацияһына Регина Абдуллина лайыҡ булды.
«Ай менән Зөһрә» әкиәтен Бүләкәровтар ғаиләһе бик матур итеп сәхнәләштергәйне. Афарин! Киләсәктә атай-әсәйҙәрҙең күберәк ҡатнашыуын, балалары менән бер сәхнәлә сығыш яһауҙарын күрге килә.
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
102- се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән