+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 06:06

«Сәғитов уҡыуҙары»на йыйылдыҡ

Иҫке Собханғол мәктәбендә фольклорсы-ғалим Мөхтәр Сәғитовтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеүгә бағышланған фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. «Сәғитов уҡыу­ҙары» тип аталды ул.


Фәнни-ғәмәли конференция барышында башҡорт телендә – 11, урыҫ телендә – 2, инглиз телендә 2 тикшеренеү эше ҡаралды. «Тыуған яғым моңдары» һынауында – 10, бәйет һәм ҡобайырҙарҙы яттан башҡарыуҙа — 43, Мөхтәр Сәғитов әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр төшөрөүҙә 42 уҡыусы үҙ хеҙмәтен яҡланы.

«Сәғитов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһын асыу хоҡуғы Амалия Алтынбаева менән Рәсилә Сәғитоваға тейҙе. Улар тамашасыларҙы концерт номерҙары менән һөйөндөрҙө.

«Башҡорт теле» секцияһында – Нурзилә Һөйәрғолова, Айһылыу Исхаҡова, Луиза Ғәбитова, Гүзәлиә Манапова, урыҫ телендә – Айзилә Әхмәтова, инглиз телендә Анастасия Григорьеваның эштәре юғары баһаланды.

Йәнбулат Дәүләтҡужин, Сулпан Манапова, Айтуған Әминев, Гөлназ Биргәнова, Алина Хөснөтдинова, Юлиә Ғәбитова, Камилә Үҙәнбаева, Динә Вәлиева, Айсар Иҫәнамановтар бәйет һәм ҡобайырҙарҙы матур итеп һөйләне.

«Тыуған яғым моңдары» бар тамашасыларға ла хуш килде. Гөлсөм Баязитова, Венера Хәбибуллина, Динә Сафина, Элиза Мәхмүтова, Рузалина Әминевалар үҙ тауыштары менән бар жюри ағзаларын хайран итте.

Мөхтәр Сәғитов әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр бәйгеһенә килгәндә, Зөбәржәт Рәхмәтуллина, Баййегет Сабитов, Инсаф Кәбиров, Марсель Әхмәтов, Арыҫлан Ҡолбаевтарҙың эштәре айырыу­са маҡтауға лайыҡ.

Билдәле фольклорсы-ғалим, филология фәндәре кандидаты Мөхтәр Сәғитов уҡыуҙарында ҡатнашыусыларҙың сығыштары киләсәктә бер йыйынтыҡ булып баҫыласаҡ. Тыуған ерҙе, телде һаҡлауға йүнәлтелгән сара артабан да үткәрелер, тигән өмөттә ҡала ойоштороусылар.

Нурзилә ҒӘЛИЕВА,
урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Бөрйән районы.

Читайте нас: