-9 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 06:12
Виртуаль ысынбарлыҡты гиҙеп
Һуңғы ваҡытта виртуаль ысынбарлыҡ хаҡында күп һөйләйҙәр. Бигерәк тә малайҙарҙың иҫе китә. Уның махсус күҙлеген кейеп, мауыҡтырғыс уйын донъяһына сумыу, кинофильм ҡарап, тормоштағы ысынбарлыҡ кеүек, үҙҙәрен шунда һымаҡ хис итеү уларға айырыуса ҡыҙыҡ тойола.
Ә бына ошо йүнәлештә түңәрәктә шөғөлләнгәндәр виртуаль донъяны үҙҙәре булдырырға өйрәнә. Баш ҡалабыҙҙың «Башҡортостан кванториумы» республика балалар һәм үҫмерҙәр технопаркында эшләп килгән берекмәгә йөрөүселәр, мәҫәлән.
– Быйылғы уҡыу йылында ҡоролмабыҙ булғас, ошондай түңәрәк ойошторорға ҡарар иттек. Виртуаль донъяны булдырыр өсөн иң беренсе уны нисек итеп эшләү юлын уйлап табырға, был объектты тыуҙырыу өсөн график мөхәррирҙәрҙе, шул уҡ ваҡытта 3D моделдәр эшләү программаларын белергә кәрәк. Өйрәнеүҙе иң ябайҙарынан – Bryce, Blender-ҙан башлағайныҡ, унан 3DS Мax-ҡа күстек. Ул – киң билдәле профессиональ мөхәррир. Бына шулай күп программалар, программалау серҙәре менән танышабыҙ. Юниттар (компьютер уйындарындағы персонаждар) менән эш итеү, уларҙы төрлөсә күсереү, әҙерҙәренә сценарийҙар өҫтәү ҙә балалар өсөн бик мауыҡтырғыс. Хайуан, ҡоштарҙы эшләп, уларҙы төрлөсә ҡыбырлатырға, хәрәкәтләндерергә лә өйрәнәбеҙ, – ти виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ берекмәһе етәксеһе Оксана Остапчук.
Беҙ эштең ҡыҙыу мәленә тура килдек, уҡыусылар тырышып-тырмашып филдең 3D моделен яһау менән мәшғүл ине. Ә Scratch программаһы ярҙамында уйындар эшләргә оҫтарып алған 1-се лицейҙың V «Б» синыфы уҡыусыһы Павел Комарницкий һаман үҙенең яратҡан шөғөлөнән айырыла алмай.
– Үҙем уйлаған 13 уйыным бар инде. Уларҙы ошо уҡ программала һаҡлайым. Башҡалар ҙа уйнаһын, ҡараһындар өсөн инергә лә рөхсәт ҡуйҙым. Ә быныһы – математик уйын. Герой хәрәкәтләнһен өсөн төрлө ғәмәлдәрҙе сисә барырға кәрәк, – тип йылмая малай.
Әгәр ҙә йәш виарщиктар яйлап-яйлап моделдәр – Fab-тар эшләргә өйрәнһә, уларҙы интернет-магазиндарға ҡуйып, үҙҙәре лә һата ала, ти етәксе апайҙары. Шәп, эйе бит? Түңәрәккә йөрөгән бер егет шулай үҙенә күпмелер аҡса ла эшләргә өлгөргән.
Оксана Викторовна виртуаль ысынбарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе бер үк ваҡытта хайуандарҙы өйрәтеүсе лә, жонглёр ҙа, акробат та булған цирктағы клоун менән юҡҡа сағыштырмаған икән. Ысынлап та, бында эшләй белер өсөн дизайнер, программалаусы кеүек күп һөнәр нигеҙҙәренә эйә булырға кәрәклеген аңланыҡ. Балаларҙың түңәрәктә алған белемдәре үҫеш өсөн дә, бәлки, кемгәлер киләсәктә яратҡан һөнәрен табырға ла ярҙам итәсәк әле.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...