Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2019, 06:00

Яңы үрҙәргә әйҙәһен!

Беҙҙең балалар баҡсаһының фольклор коллективы Орджоникидзе районы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары араһында уҙғарылған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында сығыш яһаны.

Улар «Өс ҡыҙ» тип аталған татар халыҡ әкиәтен күрһәтте. Кескәйҙәр бәйгелә беренсе тапҡыр көстәрен һынап ҡараны. Азамат Низамов автор һүҙҙәрен уҡыһа, Әмир Ғәлиуллин – Тейен, Амелия Сәлим­йәнова – Әсә, Алиса Мыр­ҙаҡова – Кескәй ҡыҙ, Камилла менән Эмилия Ялаловалар Өлкән һәм Уртансы ҡыҙ ролдәрен бик матур итеп, килештереп уйнаны.

Был бәйгегә бергәләп бик етди әҙерләнгәйнек. Әкиәт һайлағас, башҡорт телен яҡшы белгән балалар менән репетициялар үткәреп ҡараныҡ. Әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, беҙгә костюмдар әҙерләргә ярҙам итте. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне: жюри ағзалары беҙгә икенсе урын бирҙе.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкур­сы һәр бала күңелендә оҙаҡ һаҡла­нып, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәп торһон.

Зөһрә ЗАРИПОВА.
Өфө ҡалаһы,
69-сы белем биреү үҙәге.

Читайте нас: