-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2019, 03:32

Бер үҙе генә ҡалды

Ҡырҡ биштең Еңеү яҙы алыҫайған һайын ветерандарҙың сафы һирәгәйә бара. Беҙҙең Байдәүләт ауылы биләмәһендә лә бер генә яугир ҡалды. Ул – Ибрай ауылынан 95 йәшлек Ғимран олатай Ҡолмөхәмәтов.

1942 йылдың авгусында 18 йәшлек егеткә хеҙмәткә саҡырыу килеп төшә. Ул ваҡытта Мәсәүле яланында урғыс машина менән үлән, арыш сабып йөрөгән була.

– Һуғышҡа ингәндә иң алда – артиллерия, унан – танк. Танк алдынан – ПТР менән беҙ. Үҙең менән шешәлә яғыу­лыҡ йөрөтәһең. Уны иң һуңғы сиктә – өҫтөңә танк килеп менгәндә ҡулланаһың.

Днепр ҡып-ҡыҙыл ҡан, үлектәр аға. Көнө-төнө немец ракеталары яҡтырта. Һис сығыр әмәл юҡ, ә бойороҡ – йылға аша сығырға. Дошман ут яуҙыра ғына, ныҡ ҡырылды халыҡ. Ике ай этләндек ҙур һыуҙы сыға алмай. Аҙаҡ «Катюша»лар ярҙамға килде, аҫылмалы күперҙәр яһалды, – тип хәтерләй ветеран.

Һуғышта Ғимран олатай ике тапҡыр яралана, Төркмәнстанда алты ай госпиталдә ятып дауаланырға ла тура килә. Һаулығын бер аҙ нығытҡас, кире һуғышҡа алына. Шулай 1947 йылдың декабренә тиклем хеҙмәтен дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, унға яҡын миҙалы бар. Ул хәләл ефете Литария менән һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә, ләкин тормош иптәше, ике улы һәм бер ҡыҙы гүр эйәләре инде.

Ҡотлайбыҙ һине байрамың менән, Ғимран олатай!


Сәүиә ҠОЛМӨХӘМӘТОВА.
Ейәнсура районы.

Читайте нас: