-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2019, 06:34

Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай!

– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалта. СССР биләмәһендә 1 мең 710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырыла.

– Башҡортостандан һу­ғышҡа 730 мең кеше алынған. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.

– Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлә. Әйткәндәй, уның 78 яугирына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

– Яуҙағы батырлыҡ, фи­ҙакәрлек өсөн Башҡортостандың 330 меңдән артыҡ кешеһе орден, ми­ҙалдар менән бүләкләнә. Күптәре Дан орденына лайыҡ, шуларҙың 35-е ошо награданың тулы кавалеры булып иҫәпләнә. 278 яугир – Советтар Союзы Геройы, ә ҡа­һарман осоусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемен ала.

– Ҡанлы һуғыш 4 йыл (1941 – 1945) дауам итә. Был 1 мең 418 көнгә, 34 мең сәғәткә тиң.

– Мәскәүҙән Берлинғаса 2 мең 300 саҡрым араға – 27 миллион ҡорбан. Тимәк, һәр саҡрымға – 10 мең 800, һәр ике метрға 22 кеше үлтерелгән. Был – көн һайын 19 мең, сәғәтенә – 800, минутына 13 кеше һәләк булған тигән һүҙ.
Читайте нас: