+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2019, 13:12

Тамашасыларҙы һөйөндөрөп торорбоҙ

Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияла бына икенсе йыл инде «Сулпылар» театр түңәрәге эшләп килә. Ул балалар күңелендә әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, ижади һәләттәрен үҫтереүгә мөмкинлектәр аса. Ҡыҙҙар, малайҙар бик яратып шөғөлләнә, үҙҙәренә бирелгән ролдәрҙе ысын артистарса башҡара.

Быйылғы уҡыу йылында Динис Бүләковтың «Яралы китап», Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерҙек. Һәр бер тамаша ҙур әҙерлек талап итә. Тәүҙә әҫәрҙе һайлап алып, уның йөкмәткеһе менән танышабыҙ, унан инде ролдәрҙе бүләбеҙ, декорация, костюмдар әҙерләйбеҙ.

Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Район китапханаһында Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү бәйгеһендә икенсе урын яуланыҡ, «Йәнләндерелгән китап»­та призёр булдыҡ. Ә Динис Бүләковтың тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланған республика интернет-конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булыу уҡыусыларҙы тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.

«Тормош – театр, ә ундағы кешеләр – актёрҙар», тип яҙған ҡасандыр Шекспир. Тап шуға ла театр йәшәйәсәк, ә беҙ уҡыусылар менән тамашасыларҙы тағы ла һөйөндөрөп торорбоҙ әле.

Ленара БАҺАУОВА, китапханасы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.

Читайте нас: