+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
29 Август 2019, 17:47

Борсоған уйҙарың булһа...

Яңы уҡыу йылы башланырға һынаулы ғына көндәр ҡалды. Мәктәп формаһы, дәфтәр-ҡәләмдәр ҙә алынып бөткәндер. Белем усағы, синыфташтар һағындырған. Күптәрегеҙ тәүге уҡыу көнөн түҙемһеҙлек менән көтәлер, шулай бит? Әммә, киреһенсә, мәктәпкә барыуҙан бер аҙ ҡурҡып тороусылар ҙа осрар...

Кемдер, бәлки, быйыл белем усағын алмаштырғандыр. Ә унда – таныш булмаған уҡытыусылар, яңы синыфташтар. Башланғыс мәктәпте тамамлап, бишенсегә күскән балалар, уларҙың ата-әсәләре лә борсолоп торалыр инде. Тәүге уҡытыусынан айырылдылар, хәҙер төрлө фәндән төрлө педагогтар уҡытасаҡ бит.
Мәктәптә үткән уҡыу йылында буллингҡа дусар булған йәки кем менәндер уртаҡ тел таба алмай эсе бошоп йөрөгән ҡыҙҙар, малайҙар ҙа бармы әллә арағыҙҙа? Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр шуны әйткебеҙ килә: тормошта хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә булмай ул, һәр ваҡыт юлдары табыла. Уҡыусылар, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы атай-әсәйҙәрегеҙгә йәки ышаныслы өлкән туғандарығыҙға бирегеҙ, тартынмағыҙ. Мәктәптә лә синыф етәксегеҙ, яратҡан уҡытыусығыҙ менән кәңәшләшергә мөмкин. Борсоған уйҙарығыҙҙы, серҙәрегеҙҙе һөйләр кеше таба алмаһағыҙ, Бөтә Рәсәй балалар ышаныс телефоны һеҙҙең ҡарамаҡта: 8 800 2000 122. Шылтыратыу бушлай, аноним, конфиденциаллек һаҡлана. Тәжрибәле белгес һеҙҙе тыңлап, мөһим кәңәштәрен әйтәсәк.
Яңы уҡыу йылында тырышып белем алыуығыҙҙы теләйбеҙ, дуҫтар!
Читайте нас: