+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 18:12

Мостай Кәрим исемен йөрөткән теплоход

Түбәнге Новгородта«Мостай Кәрим» круиз лайнерын һыуға төшөрөү тантанаһы ойошторолдо.

Был карап Мәскәү – Әстерхан, Мәскәү – Санкт-Петербург һәм Мәскәү – Дондағы Ростов маршруты буйынса пассажирҙар йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. 2020 йылдың февралендә теплоходты заказсыға тапшырыу күҙаллана, ә 2020 йылдың майынан карап тәүге круизға сығасаҡ.
Бына шундай бөйөк шәхесебеҙ исемен йөрөткән теплоходыбыҙ булыуы үҙе бер ғорурлыҡ! Ул 2017 йылдың мартында «Красное Сормово» заводында төҙөлә башлағайны. Тәүге круиз лайнерҙарының да береһе. Ул биш йондоҙло отель кимәленә тап килә, «йөҙөүсе ҡунаҡхана» тибында проектланған. Бортта ресторан-барҙар, спа-салондар, тренажёр залы, бөҙрәхана, өҫкө палубала ял итеп йөрөү өсөн асыҡ зона-солярий бар. Караптың оҙонлоғо — 141, киңлеге — 16,8 метр, 342 кешене үҙенә һыйҙыра.
Читайте нас: