-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 16:45

Бала организмында пластик?

Һеҙ һаман да пластмасса һауыттар ҡулланаһығыҙмы? Бының хәүефле икәнлеге тураһында немецтар тағы бер тапҡыр иҫкәртә.

Германияла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса федераль министрлыҡ һәм Роберт Кох исемендәге институт белгестәре 2014 – 2017 йылдарҙа 17 йәшкә тиклемге 2 мең 500 баланың һейҙек анализдарын тикшергән. Уларҙың 97 процентында хәҙерге пластмасса составына ингән пластификатор ҡалдыҡтарын тапҡандар. Баҡһаң, пластмасса һауыттағы ризыҡ, эсемлектәр менән, ысынлап та, кеше организмына эләгә икән шул был матдә. Немец тикшеренеүселәрен бигерәк тә бәләкәй балалар организмында пластмасса ҡалдыҡтары табылыуы борсой. Хәҙер күпселек сәнәғәтселәр кескәйҙәргә тәғәйенләнгән ризыҡты ла быяла һауыттарға һалып сығармай шул. Германия токсикологтары пластик һауыттарҙы ҡулланыуҙы тыйырға саҡыра.
Читайте нас: