Проекттың авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова әйтеүенсә, быйылғы конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Театр йылына арналған. Шулай итеп, әлеге «Йөрәк һүҙе»ндә театр актёрҙары һәм режиссёрҙар ғына ҡатнашҡан. Бөтәһе 50-нән артыҡ сығыштан 16-һын финалда күрәсәкһегеҙ. Уларҙы былтырғы кеүек СМС-тауыш биреү һөҙөмтәһендә түгел, ә һигеҙ кешенән торған эксперт советы һайлап алған.