+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 12:35

Театр фестивале

Өфөлә Беренсе республика балалар һәм йәштәр театры фестивале үтте.

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә уҙған сара республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Маҡсаты, әлбиттә, сәнғәтебеҙҙең киләсәге – балалар һәм йәштәр театрҙарын үҫтереү. Тәүге фестивалдә Өфө, Салауат, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дүртөйлө, Мишкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Яңауылдан йыйылған театр коллективтары бөтәһе 19 спектакль күрһәтте. Ижади эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әбүшахманов етәкселегендәге абруйлы жюри баһаланы. Ҡатнашыусылар әкиәттәрҙе, яҙыусылар әҫәрҙәрен сәхнәләштергән. Уларҙы ысын артистарҙан айырыуы ла ҡыйын: сағыу декорациялар, костюмдар, яҡшы ҡуйылған сәхнә хәрәкәте, асыҡ телмәр... Шуға ла баһалама комиссияһы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, колективтарҙы төрлө номинацияларҙа еңеүсе итеп билдәләп дәртләндерҙе. I урынға Белорет ҡалаһының «Өмөт» «Д» театр студияһы һәм Стәрлебаш районының «SIB Театр» халыҡ йәштәр театры лайыҡ булды. Гран-при һәм 70 мең һумлыҡ сертификат Салауат ҡалаһының «Арлекин» өлгөлө театр студияһына тапшырылды. Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдәре яҡшы килеп сыҡҡан. Ҡуйыусы-режиссеры — Радик Ғәлиуллин. Өлкән геройҙар ролдәрен Салауат башҡорт драма театры актерҙары башҡара. Салауаттар был әҫәр менән башҡа театр фестивалдәрендә лә ҡатнашыр әле. Фестиваль барышында Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла спектаклде бик оҡшатҡан һәм актёрҙарға халыҡ шағиры исемендәге фондтың бүләктәрен тапшырған.Театр йылында Беренсе республика балалар һәм йәштәр театры фестиваленә тәүге аҙым яһалыуы бик шәп!

Читайте нас: