+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 16:50

Театрға – 100 йыл!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Абруйлы театр башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индерә. Халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай.
Оло юбилейын Рәсәйҙә иғлан ителгән Театр йылында билдәләүе лә ҙур мәғәнәгә эйә кеүек. Тантанала республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашып, актёрҙарҙы тәбрикләне, маҡтаулы исемдәр бирелеүе һәм ордендар тапшырылыуы менән ҡотланы. Хөрмәтулла Үтәшев – Салауат Юлаев, Илһөйәр Ғәзетдинова, Илдар Ғүмәров, Илдар Сәйетов Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды. Гөлнара Әмирова, Ирек Булатов һәм Алһыу Ғәлинаға – «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», актёр һәм режиссер Фирҙәт Ғарипов, актерҙар Римма Ҡаһарманова, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Хайсаровтарға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Театрҙың юбилейына ҡарата урыҫ һәм башҡорт телдәрендә 1-әр мең тираж менән уның бөтә тарихын, төрлө йылдарҙа эшләгән сәнғәт кешеләренең яҙмышын сағылдырған китаптар ҙа донъя күргән. Улар «Китап» нәшриәтенең магазинында һатыласаҡ.
Читайте нас: