-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 16:40

Шорт-трек үҙәге асылды

Баш ҡалабыҙҙың Орджоникидзе районында шорт-трек үҙәге асылды. Ул «Төҙөүсе» стадионы эргәһендә урынлашҡан.

Был комплекс Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар иҫәбенә инде. Бындай үҙәктең барлыҡҡа килеүе Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Шорт-трек үҙәген төҙөү 2012 йылда уҡ башланғайны, бер нисә тапҡыр туҡталып торҙо. Хәҙер бында 100-ләгән спортсы шөғөлләнә аласаҡ. Үҙәктең ябылған һырғалағы, тренажер, хореография залдары, гардероб һәм башҡа бүлмәләре бар.
Читайте нас