+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
3 Ғинуар 2020, 12:49

Балалар театрҙары ярышты

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына арнап ауылдарҙың мәҙәниәт йорттары ҡарамағындағы балалар театрҙары араһында «Тылсымлы сәхнә» конкурсы уҙғарылды. Бәйгелә башҡорт халыҡ әкиәттәре һәм эпостарынан тыш, Мостай Кәрим, Сәрүәр Сурина, Тәскирә Даянова, Факиһа Туғыҙбаева, Наил Ғәйетбаев кеүек билдәле яҙыусы һәм драматургтарҙың әҫәрҙәре лә сәхнәләштерелде.

Конкурста барлығы ун өс театр сығыш яһаны. Мәҫәлән, Сәрүәр Суринаның «Маҡтансыҡ Әтәс» спектаклен ҡуйыусы Буранғол мәҙәниәт йорто балаларының кейемдәре сағыу, матур булыуы менән айырылып торһа, Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын сәхнәләштергән Ташбулат ауылы уҡыусылары яугирҙарҙың һуғыштағы батырлығын бөтә тулылығында бирергә тырышты. «Урал батыр» эпосынан өҙөк күр­һәткән Красная Башкирия мәҙәниәт йорто балалары ла башҡорт мәктәптәрендә белем алған тиңдәштәренән кәм сығыш яһаманы. Бигерәк тә Урал батырҙы кәүҙәләндергән Артур Алтынбаевтың һәм Ҡаҙмаш мәктәбенең «Етем Төлкө» әкиәтендәге төп герой Наҙгөл Сафиуллинаның һәм Ҡуян ролен башҡарыусы Фәриҙә Бикҡужинаның килештереп уйнауҙары күптәрҙе һоҡландырмай ҡалдырмағандыр, моғайын. Ишҡол мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы балалар театрының сығышы ла музыкаль яҡтан бай булыуы менән йәлеп итте. Ә инде Тал Ҡусҡары ауылы йәш артис­тарының сығышы иң күңелле тамаша булараҡ хәтергә уйылды. Улар Наил Ғәйетбаевтың «Түбәтәй һәм Өфө» әҫәрен сәхнәләштерҙе.

Иң матур сығыштарҙың береһе булған Атау­ҙы балалар театры конкурстың юғары баһаһы – Гран-приға лайыҡ булһа, Тәскирә Даянованың «Замана балалары» исемле әҫәрен сәхнәләштергән район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Мираҫ» әҙерлек төркөмө беренсе урынды алды, Ҡаҙмаш һәм Ишҡол балалар театры икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы. Тал Ҡусҡары, Яңы Һамар, Яңауыл, Ташбулат, Яңы Балапан, Ҡырҙас, Сиҙәм һәм Красная Башкирия мәҙәниәт йорттары ҡарамағындағы балалар театрҙары иһә төрлө номинацияларҙа билдәләнде.

Еңеүселәргә район мәҙәниәте бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән төрлө ойошмаларҙың ҡиммәтле бүләктәре һәм сертификаттары тапшырылды.


Зөһрә КАШАПОВА.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Читайте нас: