+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 13:49

Шакирйән Мөхәмәтйәнов иҫтәлегенә

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында Учалы йәштәре берлегенең әүҙем ағзалары Шакирйән Юныс улы Мөхәмәтйәновтың иҫтәлегенә һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған I кубок уйындары ойошторҙо.

Сараның төп маҡсаты – йәштәр араһында дуҫлыҡ ептәрен ны­ғытыу, спортҡа ылыҡтырыу, үҫеп килгән быуында Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Учалы яҡташтары берлеге рәйесе Азат Йыһаншин әйтеүенсә, йәштәр араһында бындай бәйгеләрҙең үтеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

– Учалы йәштәренең тәҡдимен хуплап, ярышта ҡатнашырға теләк белдергән барлыҡ командаларға ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең өсөн әлеге мәлдә барлыҡ мөмкинлектәр бар. Берҙәм, татыу булығыҙ, барлыҡ ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә яҙһын! – тине ул үҙенең сығышында.

Бәйгелә республикабыҙҙың Урал аръяғы командалары ярышты. Барлығы 3 этаптан торған һынау­ҙар аша үтте улар. Беренсеһендә викторина һорауҙарына яуап биреп, белем кимәлдәрен тикшер­һәләр, икенсеһендә ижади сы­ғыштары аша һәләттәрен, маһирлыҡтарын күрһәттеләр. Бәйге спорт уйындары менән тамам­ланды.

Ярыш ҡыҙыу барҙы, һәр команда алдынғылыҡты бирмәҫкә тырышты. III урында – Баймаҡ һәм Бөрйән райондары, II урында – Әбйәлил районы, ә I урын яулап, төп приз – кубокка Учалы районы лайыҡ булды.

Барлыҡ командаларға ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Бәйге ҡатнашыусыларҙың күңел түрендә тик матур, яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, киләсәктә лә бындай ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе улар.


Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: