+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2020, 17:40

"Утлы ҡамауҙа 900 көн"

Баймаҡ районының Билал ауылында "Хәтер мәңгелек" исемле проект уңышлы эшләй. Һәр төрлө саралар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.

Китапханала үткән сираттағы китапхана дәресе "Утлы ҡамауҙа 900 көн" тип аталды. Был юлы тарих фәненән уҡытҡан мәғариф ветераны Зөлфиә Нур ҡыҙы Байраҡаева саҡырылғайны. Ул VII синыф уҡыусыларына (етәкселәре – Раушания Ғайсина) Ленинград блокадаһының ҡот осҡос фажиғәһе тураһында һөйләне. Балалар тын да алмай, шым ғына тыңлап ултырҙы.
– Ике йылдан ашыу барған һуғышта беҙҙең Билал ауылынан да ҡатнашҡан кешеләр булған. Был турала "Ауылым тарихында Бөйөк Ватан һуғышы" исемле китапта мәғлүмәттәр бар, – ти был фәһемле дәресте ойоштороусы Райхана Булатова.
Читайте нас: