+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
7 Февраль 2020, 14:28

Уның батырлығы үлемһеҙ

5 февралдә башҡорт халҡының бөйөк улы, Советтар Союзы Геройы Александр Мат­росовтың (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) тыуыуына – 96, ә үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтеүенә 27 февралдә 77 йыл тула. Ошо уңайҙан III төбәк-ара акция иғлан ителгәйне. Ойошто­роу­сыһы – Псков ҡалаһының үҙәк китапханаһы.

Был акциянан беҙҙең балалар китапханаһы ла ситтә ҡалманы. Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһының V – VI синыф уҡыусылары (етәкселәре – Клара Дәүләтбаева) өсөн «Уның батырлығы үлемһеҙ» тигән батырлыҡ сәғәте үткәрҙек. Сара барышында китапханасы балаларҙы дошман дзоты амбразураһын үҙ күкрәге менән ҡаплап һәләк булған батырыбыҙ, урыҫ фамилияһы менән энциклопедияларға ингән Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) менән таныштырҙы. Китапханала ойошторолған «Александр Матросов: батырлығы һәм яҙмышы» тигән күргәҙмәлә урын алған китаптарға ла туҡталып киттек. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы иҫкә алдыҡ.

Батырлыҡ сәғәтендә уҡыусылар Александр Матросовҡа бағышланған шиғырҙар һөйләне, уй-фекер­ҙәре менән дә бүлеште. Башҡорт теле уҡытыусыһы Клара Мыр­ҙағәли ҡыҙы билдәле яҙыусы, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәүеф Насировтың «Ҡайҙан һин, Матросов?» исемле китабы менән таныштырҙы, балаларға уны уҡып сығырға тәҡдим итте.

Беҙгә бәхетле киләсәк бүләк иткән ыласындай яугирҙарҙы онотмайыҡ, һәр саҡ ҡәҙерләп иҫкә алайыҡ!


Гөлсиә ИЛТЕНБАЕВА, балалар китапханаһы мөдире.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.

Читайте нас: