– Бынан 90 йыл элек, «Йәш төҙөүсе» исеме менән сыға башлағандан алып, гәзит һаман да балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең яҡын дуҫы булып ҡала. Ул бөгөн дә йәш быуынды көслө ихтыярлы, иманлы, илһөйәр, телһөйәр һәм сәләмәт рухлы, хеҙмәт яратыусы, белемгә ынтылыусан итеп үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индерә.
«Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры», ә хәҙер «Йәншишмә» тип аталыуы ла тәрән мәғәнәгә эйә. Гәзит балаларҙа телгә һөйөү тәрбиәләүҙә, ысынлап та, «Урал батыр» эпосындағы тылсымлы Йәншишмәгә әйләнде. Күп малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн ижад майҙаны ла бит ул. Гәзит биттәрендә әле Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк Мостай Кәримдең тәүге шиғырҙары донъя күргән, Зәйнәб Биишева, Ҡадир Даян, Рәшит Ниғмәти, Хәким Ғиләжев, Рәми Ғарипов, Мөкәрәмә Садиҡова, Гөлфиә Юнысоваларҙың әҙәби донъяға хеҙмәте шул инештән башланған.
Ҡәҙерле «Йәншишмә»ләр! Юбилейығыҙ, матур байрамығыҙ айҡанлы иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ. Кескәй генә уҡыусыларыбыҙ күңеленән урғылған шифалы шишмә йылдан-йыл киңәйеп, йәштәрҙе матур офоҡтарға алып барһын, киләсәккә аҡыллы, көслө рухлы быуын тәрбиәләһен!