Хеҙмәткә яраҡһыҙҙар һәм олораҡ йәштәгеләр хеҙмәт әрмеһенә барырға теләк белдерә. 1941 йылдың 1 октябренән Башҡортостанда 16 – 50 йәшлек ир-егеттәрҙе хәрби һөнәрҙәргә уҡыта башлайҙар. Танк истребителдәре, автомат, пулемёт, миномёттан атыусылар, кавалерист, снайпер, связистар әҙерләйҙәр.
Һуғыш йылдарында Башҡортостандан хеҙмәт әрмеһенә 106 мең кеше демобилизациялана. Улар илдең төрлө тарафтарында төҙөлөштә, заводта, шахтала эшләй.
Республикабыҙҙан фронтҡа бөтәһе 710 мең кеше киткән, шуларҙың яҡынса 300 меңе һәләк булған, 50 меңе ғәрипләнеп ҡайтҡан.
Бөгөнгө тыныс тормош өсөн яуҙа ятып ҡалған олатайҙарҙы ономайыҡ, ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләйек.