-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 14:57

Башҡаса һуғыш булмаһын!

Гимназиябыҙҙа Александр Мәсәғүтовтың «Тылдағы ҡалала» («В тыловом городе») исемле китабының исем туйы үтте.

Автор шанлы һуғыш йылдарын­да Ишембай ҡалаһында барған ваҡиғалар тураһында яҙа. Нисек итеп халыҡтың Тыуған ил алдындағы бурысты үтәүен, яралы һалдаттарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеүҙәрен тарихи яҙмалар аша тасуирлай.

Һуғыш ваҡытында ҡалабыҙҙа ике госпиталь урынлаша. Береһе бөгөнгө 1-се гимназия бинаһында булһа, икенсеһе – беҙҙең гимназияла.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған был осрашыуға хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Улар араһында госпиталдә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары, Ишембай ҡалаһының «Феникс» әҙәби ойошмаһы вәкилдәре бар ине. Ә Александр Мәсәғүтов ҡыҫҡаса китабының эстәлеге, уны нисек яҙыуы, ниндәй сығанаҡтарға таяныуы хаҡында һөйләне. Һуғыш осоро балалары – бөгөн олоғайған инәй-бабайҙар госпиталдә эшләгән яҡындары тураһында иҫтәлектәре, уларҙан ишеткән хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙың сәхнәлә һөйләгән һуғыш тураһындағы шиғырҙары халҡыбыҙға ҙур һынау булған йылдарҙы күҙ алдына баҫтырҙы. Балалар ҙа өлкән быуын кешеләренең хәтирәләрен йотлоғоп тыңланы. Зал шып-шым ине.

Интернат-гимназия етәкселеге ойошторған был осрашыу бары­һына ла фәһемле булды. Башҡаса бындай һуғыш ҡабатланмаһын, тыныс тормошта ғына йәшәйек.


Фәүриә ЙӘЛИЛОВА, тәрбиәсе.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: