0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 15:02

Иҫтәлеккә – "Хәтер" китабы

Шаҡша биҫтәһендә йәшәүсе 97 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Константинович Ғәлимов үҙенең ҡулъяҙмаларын тотоп, «Йәйғор» үҙәгенә килә.

Яугир яҙған әйберен компьютер аша баҫтырып биреүҙәрен һорай. Үҙәк директоры Елена Щипакина ҡулъяҙмаларҙы уҡып шаҡ ҡата: «Был бит иҫтәлекле яҙмалар!» Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәтирәләрен туплап, «Хәтер» китабы сығара.

Әле яңыраҡ беҙҙең 47-се моделле балалар китапханаһында ветеран менән Елена Щипакина осрашыуҙа булды. Беҙ уларҙы 15-се балалар музы­ка мәктәбе уҡыусылары менән бергәләп ҡаршы алдыҡ.

Михаил Константинович үҙенең һуғыш юлдары тураһында һөйләне. Аҙаҡ китапханаға «Хәтер» китабын тапшырҙы. 78-се мәктәп кадеттары уға ҡәнәфер сәскәләре бүләк итте. Музыка мәктәбе уҡытыусылары музыкаль бүләк тә әҙерләгәйне. Альберт Хәйруллин баянда уйнаһа, Урал Хызыров һәм Ҡытай ҡунағы – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының беренсе курс студенты Динь Ян һуғыш тураһында матур итеп йыр башҡарҙы. Урал Хызыров Владимир Высоцкийҙың «Ул яуҙан ҡайтманы» шиғырын һөйләне. Сығышты ҡарап ултырған ветеран ағайыбыҙҙың да күңеле күтәре­леп китте. «Землянка» йырын баянға ҡушылып йырлап ебәрмәһенме! Иҫ киткес тауыш! Бөтәһе лә ихлас алҡышланы. Һуңынан сәй, тәмлекәстәр менән һыйланыҡ ҡунаҡтарҙы. Барыһы ла бик ҡәнәғәт ҡалды.

Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: