«Ватаныма һөйөүемде туған телдә еткерәм» исеме менән үткән сарала тарихи үткәнебеҙгә битараф булмаған, телһөйәр һәм илһөйәр уҡыусыларыбыҙ ҡатнашты. Улар Тыуған ил, Бөйөк Еңеү, ил һаҡсылары тураһында шиғырҙар һөйләне.
Бәйгелә барлығы 43 уҡыусы көсөн һынаны, төп еңеүселәр тип Гөлкәй Вәлитова менән Ләйсән Мәхмүтова табылһа, ҡалғандар призлы урындар алып һөйөндө һәм төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Гүзәл МӘХМҮТОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.