– Вирус таралыуын кисектереүҙә төп һәм мөһим ысул – өйҙә ҡалыу. Киләһе аҙна ял тип иғлан ителгәс, күптәр ата-әсәләре янына, туғандары янына ауылға йыйына. Әйҙәгеҙ, шул дуҫтарыбыҙҙы яңылыш аҙымдан аралап ҡалайыҡ. Өйҙә ултырайыҡ, вирус таралыуына юл ҡуймайыҡ! – тип белдерә ойоштороусылар үҙҙәренең төркөмдәрендә.