+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 12:26

Бәхетле бала саҡ өсөн уға бурыслыбыҙ

Атайымдың тыуған йортоноң өй стенаһында миңә таныш булмаған кешеләр­ҙең фотолары эленгән. Улар араһында орден һәм миҙал­дар таҡҡан бер етди ир-егет тә бар. «Был кем ул?» – тип һорағас, олатайым миңә уның кем икәнен һөйләп бирҙе. – Күкрәге тулы орден-миҙаллы ир – минең ата­йым, һинең атайыңдың олатаһы, ә һиңә ҡартатай була – Зартдин Зиятдинов. Ул Бө­йөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, – тине ул.

Минең ҡартатайым Зартдин Зиятдинов 1916 йылдың апрелендә Тәтешле районы Бүл-Ҡайпан ауылында тыуған. Башланғыс белем алғас, колхозда эшләй. 1937 йылда Совет Армияһы сафына алына. Ул Алыҫ Көнсығышта сик буйын һаҡлай. Хәсән күле янында япон милитаристарына ҡаршы барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Яраланып госпиталдә дауалана һәм тыуған ауылына ҡайта. Бәхетле булырға, тыныс тормошта йәшәргә өмөтләнеп, ҡартатайым тракторсылар әҙерләү курсын тамамлай. Икмәк үҫтерергә теләп, механизатор булып эш башлай.

Әммә бәхеттәре оҙаҡҡа бармай... 1941 йыл. Һуғыш. Шул йылдың июлендә фронтҡа китә. Мәскәү өсөн барған яуҙа тәүге һынау башлана. Яралан­ған ҡартатайымды Ҡазан ҡалаһына хәрби госпиталгә оҙаталар. Һауығып сығыу менән тағын фронтҡа юллана.

Ҡәһәрле һуғыш осоронда ниндәй генә һынауҙар кисерергә тура килмәй уға: иптәштәре менән ҡамауҙан сығалар, ике тапҡыр яралана, ҡаты контузия ала. Әммә сержант Зартдин Зиятдиновты бер ни ҙә һындыра алмай.

Бөйөк Еңеүҙе ҡартатайым алыҫ Чехословакияла ҡаршылай. Уның өсөн һуғыштың бөтөүен белдермәй әле был. Өйөнә 1946 йылдың 3 мартында ғына ҡайта. Күкрәген Дан, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Германияны алған өсөн», ике «Батырлыҡ өсөн», «Мәскәүҙе һаҡлаған өсөн», «Кёнигсбергты алған өсөн», «Будапешты алған өсөн» миҙалдары биҙәгән.

Тыныс тормошто ҡартатайым колхоз рәйесе булып башлай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ҡаҡшаған хужа­лыҡ, арыған, ас халыҡ. Кешеләр­гә рухи һәм матди ярҙам кәрәк була. Ул һүҙ менән дә, эш менән дә һәр береһенә яр­ҙам итергә тырыша. Ҡартата­йым гармунда уйнаған һәм бик матур йырлаған. Халыҡтың кү­ңелен ул шулай күтәргән, эшкә дәртләндергән. Өйөбөҙҙә уның тальяны бөгөн ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Колхозда ул хаҡлы ялға тиклем эшләй. Ғүмеренең һуң­ғы йылдарында ҡартатайым ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрлегендә йәшәй. Ауыр яралары уға ҡәһәрле һуғышты иҫенә йыш төшөрә. 1986 йылдың ноябрендә ҡаты сир арабыҙҙан алып китә.

Әммә уның тураһында яҡты иҫтәлек йәшәй. Беҙ үҙен һәр саҡ яҡшы һүҙ менән иҫкә алабыҙ. Бөгөнгө ҡояшлы көн, яҡшы тормошобоҙ, бәхетле бала сағыбыҙ өсөн уға сикһеҙ бурыслыбыҙ.

Мин үҙемдең ҡартатайым Зартдин Зиятдин улы Зиятдинов менән сикһеҙ ғорурланам.

Алһыу ЗИЯТДИНОВА, VII «В» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас: