+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:49
Иҫтәлек булып фотоһүрәте ҡалған
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Йыл да олатайҙарыбыҙҙың портреттарын тотоп, «Үлемһеҙ полк»ка ҡушылабыҙ. Уларҙың батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаҫ.
Минең ҡарт олатайымдың ағаһы Назметдин Хәйретдин улы Латипов 1914 йылда Бүздәк районы Килем ауылында тыуған. Май айында әрме сафына алына һәм Әлкәләге өс айлыҡ хәрби әҙерлек курсына ебәрелә. 1941 йылдың июнендә һуғыш башланғас, ул тәүгеләрҙән булып яуға китә. Ә октябрь айында инде туғандары хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында «ҡара ҡағыҙ» ала.
Шулай йәшләй генә яу яланында һәләк булған олатайымдан беҙгә иҫтәлек булып, уның бер фотоһүрәте генә тороп ҡалған. Уны ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Яҡты киләсәгебеҙ өсөн ҡорбан булған яугирҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Хәтер мәңгелек!
Радмир ЛАТИПОВ.
Туймазы ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән