+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 22:05
Победа 1945-2020

Белоруссия Еңеү парадын үткәргән

Пандемия шарттарында бөтәһе лә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парадты кисектереп торҙо.

Белоруссияла ғына Еңеү парадын бер нәмәгә ҡарамай үткәрҙеләр. "Беҙ башҡаса булдыра алманыҡ", - ти ил Президенты Александр Лукашенко. Парадта 3 мең хәрби ҡатнашҡан, араларында кадеттар ҙа бар. Кискә Еңеү майҙанында байрам концерты буласаҡ һәм салют аттырыласаҡ. Лукашенко, Белоруссияла уҙған саралар донъяны нацизмдан азат иткән бөтә совет һалдаттарына арнала, тип белдерҙе һәм коронавирус пандемияһы ваҡытында ҙур сара үткәргәнгә тәнҡитләмәҫкә саҡырҙы.

Читайте нас: