+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 14:05
Победа 1945-2020

Генерал миҙалы музейҙа һаҡланасаҡ

Бөгөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткән көндә республикабыҙҙа тарихи ваҡиға булды.

Яңыраҡ Рәсәй Геройы исеме бирелгән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын йондоҙ" миҙалын Мәскәүҙән тыуған яғына килтерҙеләр. Аэропорттан тантаналы ҡаршы алып, хәрби кортежда Өфө урамдары буйлап Ҡала советы туҡталышына тиклем барып Совет майҙанында туҡталдылар. Ошонда киләсәктә Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Унда награданы Рәсәй Геройы Николай Злобин Республика Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Радий Фәрит улы Башҡортостан халҡын, ветерандарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, бер минут тынлык иғлан ителде. Шунан курсанттар оҙатыуы аҫтында республика етәксеһе миҙалы Милли музейға алып барҙы. Шайморатов генералға арналған йырҙың көйө яңғырап торҙо. Музейға ҡуйылғас, уның директоры Марат Зөлҡәрнәев һәм Радий Хәбиров был туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Читайте нас: