+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2020, 10:43
Победа 1945-2020

Шайморатовсыларҙың исемлеге баҫыла башлай

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәтселеккә шайморатовсыларҙың исемлеген баҫтыра башлай.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Исемлектә – бөтәһе 3 мең 812 исем, әлегә барыһы тураһында тулы мәғлүмәт юҡ.

– Әгәр ҙә исемлектә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың исемен күрһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Легендар дивизияның тулы исемлеген бергәләп төҙөйөк! Беҙ бит – Шайморатов вариҫтары! – тиелә унда.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың авгусында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты старт алғайны. Уның сиктәрендә библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса күп көс талап иткән архив эше ойошторолдо. Проектты ойоштороусылар күләмле эш башҡарып, һуғыш осоро яугирҙәренең шәхси мәғлүмәттәре тупланған меңдәрсә документты өйрәнде, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың вариҫтарынан йөҙәрләгән анкетаны тикшерҙе.

Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе составының исемлеге менән 8 майҙан 22 июнгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә», «Фейсбук» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрҙә танышырға мөмкин. Исемлектәр көн һайын алфавит тәртибендә баҫыла. Йыйылған материалдар буйынса «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» тигән биографик белешмә әҙерләп нәшер итеү планлаштырыла.

Читайте нас: