+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2020, 12:05

Беҙҙең ғаилә тарихында ла һуғыш эҙ ҡалдырған

Ә бер көндө Мөслимә өләсәйем: «Еңеү көнөн көтөп алдыҡ. Улым, беҙҙең ғаилә лә был һуғыштан ситтә ҡалманы», – тип тынып ҡалды. Бер аҙҙан һүҙен дауам итеп:– 1941 йылдың 22 июне. Салт аяҙ көндө яландарҙа эш ҡайнай, күптәр һабантуй­ға киткән. Халҡыбыҙҙың тормошо йәмле бара. Ошо матур көндөң таңында иле­беҙҙең көнбайыш сигенә фашистар баҫып инә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Тыуған төйәгебеҙ халҡы, ҡорос ҡалҡан булып, фашист илбаҫарҙары алдына баҫа. Салауат тоҡомдары ла, Ватан-әсә һүҙен тотоп, үҙенең аҫыл улдарын яуға оҙата. Ғәрәсәтле һуғыш дүрт йылға һуҙыла. Яугирҙарыбыҙға йән аямай һуғышырға, бик күп ҡорбандар бирергә тура килә. Әммә кешелеккә үлем менән янаған фашистар үҙ ерендә дөмөктөрөлә. Рейхстаг түбәһенә совет һалдаттары Еңеү байрағын ҡаҙай. Беҙ еңдек! Тик был еңеү бик ҡиммәткә төштө. Миллиондарса кешеләрҙең ғүмер­ҙәре, әсәләр һағышы, етем ҡалған балаларҙың күҙ йәштәре... Ҡәһәрле, оҙайлы һуғыш һәр ғаиләгә ауырлыҡтар, хәсрәт-юғалтыуҙар килтерә, халыҡ тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерә, – тине ул.

Өләсәйем миңә һуғыш йылдары хаҡында бик күп тапҡыр һөйләне. Улар хәҙерге Дыуан районының Ҡәҙер ауылында йәшәгән. Атаһы Мәһәҙи менән әсәһе Шәһиҙә колхозда алдынғы эшселәр була. Уларҙың ғаиләһендә өс бала – Мөслимә, Әбүбәкир, Зөлхизә үҫә. Өләсәйемә ул саҡта ни бары 6 йәш кенә булған. Ошо дәһшәтле йылдарҙы хәтерләп бына нимә ти ул:

– Радио, электр уты ул замандарҙа юҡ ине. Ауыл һәүетемсә тыныс тормош кисерҙе. Шул ваҡыт Хилаж бабай Әнйәк ауылынан, һуғыш башланған, тигән хәбәр алып ҡайта. Һабантуйҙа ял итеүсе халыҡ та ашығып ҡайтып төшә.

Беҙҙең ауылдан 18 кеше фронтҡа китә. Шулар араһында атайым Мәһәҙи ҙә була. Идара йорто алдында парторг Х. Хәйретдинов ҙур митинг үткәрә. Илаш, һыҡташ... Аттар Сүлиәгә йүнәлә. Ир-егеттәр фронтҡа киткәс, ауыл етемһерәп, моңһоуланып ҡала. Колхоз эше ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге ҡарттар, үҫмер балалар иңенә төшә. Райондың иң шәп аттарын һуғышҡа оҙаталар. Инәйҙәр һыйыр егеп, ер һөрә, ҡарттар тубал аҫып, иген сәсә. Ферма малдары күтәртә башлай, үлә. Өс ҡатын, бер арбаға егелеп, Мөрсәлимдән, Ҡыйғынан сәсеү орлоғо ташый. Ашарға юҡ, арып-йонсойҙар.

Фронт өсөн ағас кәрәк. Йәш ҡыҙҙарҙы Ҡалмаш урман хужалығына сиратлап эшкә ебәрәләр. Улар ҡушылған норманы ҡул бысҡыһы менән бысып, штабелгә өйәләр.

Үҫмерҙәрҙе һуғыш иртә эшкә екте. Улар ҡапыл ҙурайып, етдиләнеп китте. Ҡыҙҙар бесән сапты, егеттәр күбә тарттырҙы, кәбән ҡойҙо. Ялан-баҫыуҙарҙан төнһөҙ ҡайтманылар.

Уҡытыусылар фронтҡа посылкалар ебәреүҙе ойоштор­ҙо. Ойоҡбаш, бейәләй, янсыҡ, ҡулъяулыҡ, тәмәке һалдат өсөн ҙур бүләк булды. Бер һалдат Өфө госпиталенән күрше Сафура әбейгә: «Апай, бүләгеңде алдым, рәхмәт», – тип хат ебәргән ине.

Уҡытыусылар халыҡҡа һу­ғыш, фронттағы хәлдәр ха­ҡында һөйләп торҙо. Фронт­ҡа әсәләр исеменән хаттар яҙҙылар, килгән яуаптарҙы уҡынылар.

«Барыһы ла еңеү өсөн!» тигән девиз менән эшләне халыҡ. Барыһы ла хәленән килгәнсә фронтҡа ярҙам итте.

Инәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар – һәр береһе яуға киткән улдарын, ирҙәрен, егеттәрен көттө. Хәбәр булмаһа, бәлки, госпиталдә яталыр, йә әсирлеккә төшкәндер, тип фараз итте.

Ғиззинуал ҡәртнәйем улы Мәһәҙиҙе (атайымды) ғүмер буйы көттө. Һандыҡта уның фронтҡа киткәндә һалған ҡыя яғалы күлдәге, бер киҫәк ҡара икмәге ятты. Ҡәртнәйем уларҙы ҡәҙерләп һаҡланы. Тәҙрәгә ҡош ҡунһа: «Улымдан сәләм килтерҙе», – тип йыуанды. Сәй эсергә ултырһаҡ, һәр саҡ артыҡ тәгәс ҡуйҙы. «Атайығыҙ ҡайтып инер ҙә сәйгә ултырыр», – тиер ине.

Инәйебеҙ яҙа белмәгәс, атайым хаттарҙы һеңлеһе Мәрфүғә апайға адресланы. Бер хатында ул: «Бик ҡаты һуғыш бара. Күптән түгел төштә күр­ҙем. Һыбай йылға аша сыҡҡанда ҡоланым, үҙ атым тапаны. Мәрфүғә, яуҙан ҡайта алмаһам, минең ғаиләмде ҡарашырһың инде», – тип яҙа. Төш тыусар була.

1942 йылда ауылға фронттан һалдаттарҙың яуҙа үлеүе тураһында «ҡара хаттар» яуа башланы. Шул йылды ғына ун дүрт ғаиләгә – «похоронка», ә ун биш йортҡа атайҙарҙың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хаттар килде. Беҙ ҙә июль айында атайыбыҙҙың үлеүен белдек. Бөтә ғаилә иланы, туғандар, күршеләр ҡайғы уртаҡлашты. Ул ауыр йылдарҙа халыҡ бер­ҙәм, татыу булды. Ҡара ҡай­ғыны бөтә ауыл уртаҡлашты.

Ҡайғы төҫө ҡара, ҡап-ҡара,

Ҡап-ҡара сәс шунан ағара, – тип яҙған бит Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә.

Үлеменә ышанманыҡ, атай­ҙың ҡайтыуын көттөк, тик ҡәртнәйем Ғиззинуал ныҡ ҡартай­ҙы, 90 йәшендә донъя ҡуйҙы. Инәйебеҙ 30 йәшендә тол ҡалды. Беҙҙе, өс баланы, бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Ауыр, яңғыҙ тормоштан сәстәре ағарҙы, кәүҙәһе бөкрәйҙе. Бирешмәне, 80 йәшендә гүр эйәһе булды.

Эй, Хоҙай, һуғышты, ҡайғыны күрмәһен ине бөгөнгө быуын, – тип көрһөнөп ҡуйҙы өләсәйем, хәтирәләре менән уртаҡлашып, күҙ йәшен һөртөп.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Һәр ауылда яу яланында ҡорбан булғандар өсөн стелалар, һәйкәлдәр бар. Еңеү көнөндә беҙ уларға сәскәләр һалабыҙ, яугирҙарҙы иҫкә алабыҙ, «Үлемһеҙ полк»та, хәтер кисәләрендә ҡатнашабыҙ, ветерандарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ. Әлеге тыныс тормош өсөн рәхмәттәребеҙ сикһеҙ уларға!

Тормош бөгөн дә беҙҙе уяу булырға саҡыра. Киләсәктә бер ғаиләгә лә һуғыш афәте ишек ҡаҡмаһын ине.


Таһир ФӘССӘХОВ, V синыф уҡыусыһы.
Салауат районы, Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл мәктәбе.

Читайте нас: