Үҙҡурсалау осорона тиклем ауыл китапханаһында, мәктәптә уҙған бик күп сараларҙа ҡатнаштым, һуғыш һәм тыл ветерандары, һуғыш йылы балалары кемдәр икәнен белдем. Беҙҙең Билал ауыл биләмәһенә ҡараған Һәмән ауылында бер һуғыш ветераны Әбүзәр Әбүбәкер улы Ишморатов йәшәй. Беҙ уға күмәкләп ҡунаҡҡа барып, хәлдәрен белештек, матур байрам сараһы ойошторҙоҡ. Айнур Әхмәтовтың ҡурайҙа уйнауы, Илгенә Хәйҙәрованың «Көмөш һырға» бейеүе бик матур булды, ә мин нәфис һүҙ һөйләнем. Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, мәктәп директоры Фәнүр Садиҡов, уҡытыусылар Дилара Әхмәтова, Раушания Ғайсина, ауыл китапханасыһы Райхана Булатова һуғыш ветеранына изге теләктәрен еткерҙе.
– Мин 1927 йылда Һәмән ауылында донъяға килгәнмен. Алтынсы синыфты тамамлағас, туған колхозымда эшләй башланым. Бар илде ҡан илатып, Бөйөк Ватан һуғышы ябырылды. Әле быуыны нығынып та етмәгән миңә лә тиҫтерҙәр менән бер рәттән, ауыр эшкә тотонорға, атайҙарҙың хеҙмәт урынын алырға тура килде. 1944 йылдың ноябрендә ил һағына баҫтым. Беҙҙең уҡсылар полкын оҙаттылар. Унда миномётсы булып, күкрәгемде наградалар менән биҙәп, 1951 йылда тыуған ауылыма әйләнеп ҡайттым. Тыныс тормошта ла үҙемде тик яҡшы яҡтан күрһәттем: шофёр булып та, башҡа эштәрҙә лә тик маҡтау һүҙҙәре ишеттем, – ти һуғыш ветераны.
Әбүзәр олатай башҡа бер ваҡытта ла һуғыш уты ҡабынмаһын, ил-йорт тыныс, балалар бәхетле булһын, тырышып уҡыһын, тигән изге теләктәрен дә әйтте. Ветеран әлеге ваҡытта балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлап, килене Эльвира һәм улы Әсләм Ишморатовтар менән бәхетле йәшәй. Бына ошондай көслө, ҡаҡшамаҫ рухлы, эшһөйәр кешеләрҙән өлгө алырға кәрәк беҙгә, тиҫтерҙәрем! Әбүзәр олатай Ишморатовҡа тағы бик күп Еңеү таңдарын ҡаршы алырға яҙһын!
Юлдаш БУЛАТОВ, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.