+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
3 Июль 2020, 11:51

Фронтовиктарға – бушлай телефондар

Хәтер һәм дан йылы уңайынан мин, Еңеү ирекмәне булараҡ, «Фронтовиктарға – телефондар» акцияһында ҡатнаштым.

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары менән аралашыу тул­ҡынландырғыс ине. Улар – илебеҙҙең тере тарихы. Отставкалағы ветеран, Шайморатов генерал ордены менән тәүгеләрҙән булып бүләкләнеүсе К. Сәмиғуллин, һуғыш ваҡытында госпиталдә эшләүсе З. Васильева һәм Е. Ложкина, 24 июндә уның өсөн айырым парад үткәрелгән М. Сомовтарға ҙур рәхмәт, улар алдында баш эйәбеҙ.

Әлеге проектта Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй хәрәкәте, кеҫә телефонының төп Рәсәй операторҙары ҡатнаша. «Берҙәм Рәсәй» партияһы «Еңеү ирекмәндәре» үҙәк штабы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бушлай лимитһыҙ тарифы булған телефондар таратты.


Ирина ЗИННӘТУЛЛИНА, 7-се моделле балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: