Әле 14 муниципалитеттың 41 мәктәбенән 853 уҡыусы карантинда.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙағы айырым төркөмдәр карантинға ебәрелде, дүрт балалар баҡсаһы ябылды.
Урта махсус уҡыу йорттарында инфекция йоҡтороуҙың бер осрағы ла теркәлмәгән, тип өҫтәне министр.
«Иң мөһиме, беҙ тулҡынға ҡаршы тора алдыҡ. Әлегә мәғариф системаһында сирлеләр күп түгел. Шуның өсөн мәктәп директорҙарына, медицина инспекторҙарына рәхмәт. Уларҙың эше тағы бер аҙнаға оҙайтылды. Ләкин иллюзия булырға тейеш түгел. Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иң күп сирлеләр һанын теркәне. Ҡайһы бер илдәрҙә икенсе тулҡын башлана», — тине республика башлығы Радий Хәбиров.