-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
25 Сентябрь 2020, 11:30
«Йәйғор»ҙа – йәйғор балҡышы
Милли кейем көнөндә «Йәйғор» балалар баҡсаһында матур кисә ойошторҙоҡ. Башҡортостаныбыҙ күп милләтле республика булыуын күҙ уңында тотоп, балаларға бергә йәшәгән төрлө милләт халҡының милли кейемдәрен күрһәтергә теләнек.
Ә мәктәпкә әҙерлек төркөмө телестудияны хәтерләткән залға йыйылды. Байрам телекүпер формаһында барҙы. Тәүҙә балалар башҡорт милли кейемдәрен кейеп, тыуған республикабыҙ тураһында шиғыр һөйләне, йыр йырланы, милли ризыҡтарыбыҙ менән таныштырып, ҡурай моңона бейеп тә күрһәтте.
«Телекүпер» уйынын ут күршеләр булып йәшәгән Ырымбур өлкәһенән башларға булдыҡ. Урыҫ халҡының милли кейемдәрен кейгән балалар Ырымбур ҡалаһында йәрминкә барыуын сағылдырҙы.
Киләһе уйын республикабыҙҙың көнбайыш күршеһе – Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан менән бәйләнеште күрһәтте. Балалар татар бейеүен башҡарып, кейемдәре менән таныштырҙы. Сәксәк менән сәй эсергә саҡырҙылар.
Артабан – ҡояшлы Әзербайжан. Уларҙың халыҡ көйөнә милли кейем кейгән Ләйлә бик матур бейеү башҡарҙы, үҙенең кейеме тураһында һөйләне.
Киләһе репортаж Үзбәкстан тураһында ине. Үзбәк ҡыҙҙарының милли кейемендәге һылыуҡай уларса бейене һәм үзбәк халҡының милли ризығы булған былау ашарға саҡырҙы.
Байрамдың аҙағында бәләкәстәргә Башҡортостанда бөтә милләт халҡы татыу, дуҫ булып йәшәүен, шул дуҫлыҡ балалар баҡсаһынан уҡ башланыуын, бөтә милләт халҡы ла тигеҙ булыуын төшөндөрҙөк.
Был байрам төрлө милләт кейемдәренең сағыу төҫтәренән торған йәйғор балҡышы кеүек булды.
Байрамды музыкаль яҡтан биҙәүсе Земфира Салауат ҡыҙы һәр милләттең үҙенсәлекле моңдарын яңғыратып, сараға йән өрҙө, йәм өҫтәне.
Рәсилә АСҠАРОВА,
тәрбиәсе.
Хәйбулла районы,
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән