+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 16:40

Конкурстарҙа ла һынатмай

Розалиә Сурағолова 82-се гимназияның III «В» синыфында белем ала.

Уңған ҡыҙ уҡыуҙа ла, синыфтан тыш сараларҙа ла һынатмай. Туған телдә үткәрелгән район һәм ҡала конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ул «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында «Йәш әкиәтсе» номинацияһын яуланы.

– Йәйге каникулымды бик файҙалы үткәрҙем. Ауылда өләсәйемә ярҙам иттем. Велосипедта рәхәтләнеп йөрөнөм. Дуҫ ҡыҙҙар менән һыу индек, уйнаныҡ, – ти ул.

Уҡыу йылын да яҡшы кәйеф менән башлап ебәргән уңған ҡыҙ.

Уңыштар һиңә, Розалиә!

Рузинә БАРЛЫБАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: