Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 13:52

Көҙгө байлыҡтың ниндәйе генә юҡ ине!

Был көндө алтын миҙгелдең биҙәге бул­ған ҡыҙғылт, һары япраҡтар, әбей­ҙәр сыуағының һуңғы йылы нурҙарында йылынып, тирә-йүн­дә­ге­ләр­ҙең күңелдәренә матурлыҡ өҫтәргә тырышыусы аллы-гөллө сағыу сәскәләр, кәрзин-кәрзин емеш-еләк, йәшелсәләр менән тулғайны өҫтәлдәр.

Балалар үҙҙәре лә бит көҙгө кейемдә: күлдәк-салбарҙарын төрлө-төрлө япраҡтар менән зауыҡлы итеп биҙәп, баштарына балан-миләштән үрелгән таждар кейгән. Залда яңғыраған матур көй ыңғайына барыһы ла һәлмәк кенә вальс әйләнә... Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә «Алтын көҙ» байрамы тантана итә бөгөн.

Уны балалар көтөп алды. Тәбиғәткә экскурсияға сыҡҡанда көҙгө япраҡтар, тубырсыҡтар йыйҙылар. Атай-әсәйҙәр, тәрбиәселәр ҙә ситтә ҡалманы: ишек алдарында, баҡсаларында үҫтерелгән сәскәләрен, емеш-еләктәрен, йәшелсәләрен килтерҙеләр. Көҙгө байлыҡтарҙан ниндәй генә ҡул эштәре эшләнмәне!

Алтын көҙҙө сағылдырған һүрәттәр конкурсында ла барыһы әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә Алина һәм Руслан Ташбулатовтар, Тимур Ғәниев, Лиана Хөсәйенова, Милана Ғимаева, Таня Потапова, Кристина Харуноваларҙың эштәренә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ ине.

Байрамда балалар ике командаға бүленеп, үҙ-ара ярышты. Аппликацияларҙан йәһәт кенә емеш-еләктәр йыйҙылар, йүгерә-йүгерә көҙгө байлыҡтарҙы «кәштә»ләргә урынлаштырҙылар, уларҙы ҡышҡылыҡта дөрөҫ һаҡлау серҙәре менән бүлештеләр.

Ниндәй байрам йыр-моңһоҙ, шиғырһыҙ булһын? Был бәйгеләрҙә лә һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтте. Йомаҡтар сисеү, әйтемдәр әйтеү конкурсы ла уңышлы үтте.

Бергәләп дәррәү бейеү менән тамамланған байрамдан балалар яҡшы тәьҫораттар менән таралышты.

Венера КИНЙӘБАЕВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы,
1-cе мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге.

Читайте нас: