+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
23 Октябрь 2020, 20:30

Бер ветеран һүҙе

Бөйөк Еңеүгә – етмеш биш:Урамдар шаулай, гөрләй.Ветерандарҙы хөрмәтләп,Бөтә халыҡ тәбрикләй.

Балалар йөрөй парадта,

Шатлана-ҡыуаналар.

Нисек ҡан-ҡойош булғанын

Тик бер ҙә белмәй улар.


Ветеран янына килдем

Хәлдәрен һорашырға.

Кескәй йөрәк таба алмай

Һүҙҙәрҙе йыуатырға.
«Һуғышты һеҙ күрмәнегеҙ,

Ауыр юғалтыуҙарҙы.

Белмәгеҙ һеҙ, балаларым,

Ундай ҡайғырыуҙарҙы.
Ғүмеремдә күп кисерҙем,

Нимә генә күрмәнем.

Күҙ алдымда утта янып,

Күпме дуҫтарым үлде.


Дошмандар һис йәлләмәйсә

Барыһын да ҡырҙылар.

Балалар, ата-әсәләр

Ҡәберһеҙ юғалдылар».


Шул арала хәрби һалдат,

Күҙ йәштәрен тамыҙып,

Һүҙһеҙ генә китеп барҙы,

Дуҫтарын иҫкә алып...


Артур ФӘРИТОВ,

X синыф уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы,

10-сы мәктәп.
Читайте нас: