+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2020, 15:23

Тәбиғәт моңона тиң бит ул!

Быйыл Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә хозур тәбиғәтле Бөрйән районындағы Тирмәнтау башына күтәрелдем.

Шул сағында быға тиклем булмаған хис-тойғолар сорнап алды. Эйе, эйе, быуаттар ағымына шаһит мәғрур тауҙар, офоҡтарға олғашҡан урмандар, Шүлгәнташ мәмерйәһе янынан бормаланып аҡҡан Ағиҙелкәй, ҡоштарҙың моңло һайрауы – барыһы ла күңелде иретә, тәбиғәт менән берҙәмлек тойғоһон арттыра.

Шул мәлдә бар тирә-яҡ башҡорт телендә аралашҡан кеүек ине. Ана, кем уҙарҙан сиңерткәләр «сың-сың» килә, нәҙекәй бил бал ҡорттары безелдәшеп, сәскәләрҙән хуш еҫле бал йыя. Сутылдашҡан ҡоштарҙы бүлдереп, алыҫтан кәкүк тауыш бирә. Еләҫ елгә япраҡтар ҙа шыбырлаша. Иғтибарлап тыңлаһаң, тәбиғәт башҡортса ижад итә. Тимәк, беҙҙең телебеҙ уртаҡ.

Был бит ҙур асыш! Телебеҙ тәбиғәт моңона тиң. Минең балдай татлы, сәскәләй наҙлы, гөлдәй иркә телем ошо гүзәллектән, ошо илаһилыҡтан тыуғандыр. Шундай уйҙар килде Тирмәнтау башында.

Ирхан ХӘБИРОВ, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: