+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2021, 19:45
Победа 1945-2020

Өфө артистары ҡатнашлығында байрам концерты көтөлә

9 май көнө баш ҡалабыҙҙың В. И. Ленин исемендәге майҙансығының төп сәхнәһендә байрам концерты көтөлә. Унда Өфөнөң һөнәри һәм һәүәҫкәр ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡала мәҙәниәт һарайының солистары һәм ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.
Көндөҙгө сәғәт 2-лә йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың ижади коллективтары сәхнә түрен биләйәсәк.
Көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәғариф идаралығының ижади коллективтары концерт күрһәтәсәк.
Көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһының концерт программаһын ҡарағыҙ.
Киске сәғәт 5-тә ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге артистары сығышы буласаҡ.
18.30 сәғәттә — Өфөнөң йәш тамашасылар театры программаһы.
19.30 сәғәттә — "Мотостроитель" мәҙәниәт һарайы программаһы.
21.00 сәғәттә — ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм "Мирас" йыр һәм бейеү ансамбле сығышы.
23.00 сәғәттә байрам салюты буласаҡ.

Фото: https://vk.com/kulturarb төркөмөнән.

Читайте нас: