+3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Йәншишмә» яңы конкурс иғлан итә: «Үҙем эшләгән уйынсыҡ»!

Дуҫтар, һөйөнсө! «Үҙем эшләгән уйынсыҡ» тигән онлайн-конкурс иғлан итәбеҙ. Ижади бәйге «Әйҙә уйнарға!» Бөтә Рәсәй фестиваленә арнала. Эштәр 11 сентябрҙән 17 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Йәш сикләүе юҡ.

«Йәншишмә» яңы конкурс иғлан итә: «Үҙем эшләгән уйынсыҡ»!
«Йәншишмә» яңы конкурс иғлан итә: «Үҙем эшләгән уйынсыҡ»!

Бәйгеселәрҙе шәп бүләктәр көтә!

Беренсе урын өсөн – «БашТой» проектынан башҡорт телендә “һөйләшкән” смартфон.

Икенсе урын өсөн – «ХанТойс» оҫтаханаһынан башҡортса йырлаған йомшаҡ уйынсыҡ.

Өсөнсө урынды алыусыға – «Йәншишмә» гәзитенә 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына бушлай яҙылыу.

Башҡа ҡатнашыусылар ҙа буш ҡалмай – һәр кемде «Йәншишмә» гәзитенән иҫтәлекле бүләк көтә!

Ижади бәйгенең шарттары:

1. Үҙең йә ғаиләң менән яһаған уйынсыҡ тураһында яҙ һәм уны фото йәки видеоға төшөр;

2. Яҙмаларҙы редакцияның Бәйләнештәге төркөмөнә йәки электрон почтаһына (e-mail: [email protected])ебәр;

3. «Йәншишмә» гәзитенең Бәйләнештәге төркөмөнә яҙыл.

Һөҙөмтәләр 18 сентябрҙә «Йәншишмә» гәзитенең сайтында һәм социаль селтәрҙәрендә иғлан ителә.

Башланыҡ!

 

 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: