+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Шәжәрәңде йый!"

Бәләбәй районы Приют ҡасабаһынан Сәлимә Һәм Илгиз Закировтар ғаиләһе «Шәжәрәңде йый!” өҫтәл уйыны уйлап тапҡан.

"Шәжәрәңде йый!"
"Шәжәрәңде йый!"

Тәүҙә Закировтар үҙҙәренең шәжәрәһен етенсе быуынға тиклем өйрәнә. Ҡыҙҙары Ынйы менән улдары Илназды ҡыҙыҡһындырыу өсөн, шәжәрә ағасын матур итеп биҙәйҙәр һәм пазл яһайҙар.

— Бындай өҫтәл уйынын һәр ғаилә эшләй ала. Пазл магнит нигеҙендә баҫылған һәм шулай уҡ магнит таҡтаһында йыйыла, – тип һөйләне Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы. — Был уйын балаларға туған телгә, тыуған яҡҡа һөйөү һәм тарихыбыҙға ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Әсәнең һүҙҙәрен балаларҙың ҡаҙаныштары раҫлай. Мәҫәлән, V синыф уҡыусыһы Илназ шәжәрәне өйрәнеү буйынса конкурстарҙа бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған да инде.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: