+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Башҡортостан үҙ күҙҙәрем менән"

Ишетеү һәләте насар булған 150 уҡыусы «Башҡортостан үҙ күҙҙәрем менән» проектында ҡатнашты. Улар Ғафури районына сәйәхәт итеп ҡайтты.

"Башҡортостан үҙ күҙҙәрем менән"
"Башҡортостан үҙ күҙҙәрем менән"

Балалар «Башҡортостан йөрәге» этнокомплексында оҫталыҡ дәрестәрендә булды, милли музыка ҡоралдары, аш-һыу менән танышты. Ойоштороусылар улар өсөн мини-һабантуй ҙа үткәрҙе.

Проект сиктәрендә ике төрлө сара ҡаралған:

  1. «Башҡортостан йөрәге» этно-комплексына бер көнлөк экскурсиялар. Унда балалар өсөн уйындар, ярыштар, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү, һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре, һыуҙа үҙ-үҙеңде тоторға өйрәнеү, мини-һабантуй үткәрелә. Өфө һәм Стәрлетамаҡ коррекция мәктәптәренән — 150, баш ҡаланың реабилитация үҙәктәренән 30 кеше килеүе көтөлә. Сентябрь айына планлаштырылған.
  2. Өфөләге “Бишбармаҡ” кулинар студияһында оҫталар етәкселегендә ябай милли ризыҡтар әҙерләү һәм халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу. Коррекция мәктәптәренән 120 бала килә аласаҡ. Саралар 2023 йылдың октябренән 2024 йылдың апреленә тиклем бара.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: