+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”

Билдәле яҙыусы Сергей Аксаков “Ал сәскә” әкиәтен теүәл 165 йыл элек ижад иткән. Ә баш ҡалабыҙҙа әле Аксаков көндәре бара. Бер түгел, ике байрам!

“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”

Ошо айҡанлы беҙҙең китапхана эргәләге балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен ҡыҙыҡлы сараға саҡырҙы. “Бына һин ниндәй, ал сәскә!” тип аталды ул. Кескәйҙәр әкиәт яҙылыу тарихы менән танышты. Мәҫәлән, яҙыусының Оленька тигән ейәнсәре унда ниндәй роль уйнаған? Кем ул Пелагея?

Артабан балаларҙы виртуаль экскурсия көтә ине. Сергей Тимофеевичтың йорт-музейына, баҡсаһына, Софья аллеяһына сәйәхәт мауыҡтырғыс булды. Үҙ күҙҙәрең менән күреүгә етмәй, тиеште балалар, ата-әсәләре менән барырға вәғәҙә бирҙеләр.

1952 йылда “Ал сәскә” йәнһүрәте төшөрөлә. Балалар уны тын да алмай ҡараны. Шул тиклем ылыҡтырғыс, матур бит ул! Һуңынан ихлас һорауҙарға яуап бирҙеләр.

Ижади кисә һүрәттәр төшөрөү һәм шиғырҙар һөйләү менән тамамланды.

 

Елена ГОРЯЙНОВА, китапхана хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.

 

“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
“Бына һин ниндәй, ал сәскә!”
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: