+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды

Башҡортостан Миграция үҙәге дауаханаһы баш табибы, йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәншишмә» гәзитенең ете данаһына яҙылды.

Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды
Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды

Гәзит-бүләктәр Раян Нурулла улының тыуған ауылы – Белорет районы Маныштылағы мәктәпкә, балалар баҡсаһына, китапханаға, күмәк балалы Йомағоловтар һәм Абдрахмановтар ғаиләһенә, шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһына – махсус хәрби операция яугирының ғаиләһенә юллана. Етенсе дана ир уҙаманының үҙ ғаиләһенә киләсәк.

«Йәншишмә» – бүләк изгелек кәштәһе» акцияһы дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Шарттары бик ябай: 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки тулыһынса бер йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, үҙең теләгән мәктәпкә, китапханаға, балалар йортона йәки социаль ярҙамға мохтаж ғаиләлә үҫкән балаларға бүләк итергә кәрәк.

«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы 663 һум 84 тин, бер айға – 110 һум 64 тин. Индексы – П2765.

Почта бүлексәләренән тыш, интернет аша ла яҙылырға мөмкин: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2765 .

Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды
Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды
Табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Раян Миһранов «Йәншишмә» гәзитенең хәйриә акцияһына ҡушылды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: