+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ағинәй Лилиә Нафиҡованан – Яңы йыл бүләге

Медицина ветераны, «Селтәр» башҡорт халыҡ костюмы студияһы ағзаһы Лилиә Вәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова «Йәншишмә»- бүләк» изгелек кәштәһе» акцияһына ҡушылды.

Ағинәй Лилиә Нафиҡованан – Яңы йыл бүләге
Ағинәй Лилиә Нафиҡованан – Яңы йыл бүләге

– Йыл да ейәнсәрҙәрем Айназа менән Йәмиләгә «Йәншишмә» гәзитен бүләк итәм. Улар VI һәм IV синыфтарҙа белем ала. Ҡыҙҙар гәзитте яратып уҡый, ҡыҙыҡлы мәҡәлә йәки хикәйәләрҙе миңә лә һөйләйҙәр. Кескәйҙәр өсөн «Тирмәкәй» махсус сығарылышы сыҡһа, уны 4 йәшлек ҡустылары Мортазаға уҡыйҙар. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»не үҙем дә ҡыҙыҡһынып уҡып барам, – ти заман менән бергә атлаусы өләсәй.

«Йәншишмә»-бүләк изгелек кәштәһе» акцияһы дауам итә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Шарттары бик ябай: 2024 йылдың тәүге ярты йыллығына йәки тулыһынса бер йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, үҙең теләгән мәктәпкә, китапханаға, балалар йортона йәки социаль ярҙамға мохтаж ғаиләлә үҫкән балаларға, яҡындарыңа бүләк итергә кәрәк.

Әйҙәгеҙ, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, акциябыҙға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! Балаларға шәп Яңы йыл бүләге булыр!

«Йәншишмә»гә ярты йылға яҙылыу хаҡы 663 һум 84 тин, бер айға – 110 һум 64 тин. Индексы – П2765.

Почта бүлексәләренән тыш, интернет аша ла яҙылырға мөмкин: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2765 .

Ағинәй Лилиә Нафиҡованан – Яңы йыл бүләге
Ағинәй Лилиә Нафиҡованан – Яңы йыл бүләге
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: