+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кескәй Лиана Әсә көнөнә шиғри бүләк әҙерләгән

Лиана Мусинаға – 5 йәш. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 62-се балалар баҡсаһына йөрөй. Лиана етеп килгән байрам уңайынан әсәһенә матур бүләк әҙерләгән  – шағирә Әлфиә Әсәҙуллинаның «Әсәйҙәр бер генә» тигән шиғырын ятлаған.

Кескәй Лиана Әсә көнөнә шиғри бүләк әҙерләгән
Кескәй Лиана Әсә көнөнә шиғри бүләк әҙерләгән

– Әсәйемде бик ныҡ яратам. Мин уға һеңлемде ҡарашырға ярҙам итәм. Ә яңыраҡ әсәйем беҙгә тағы ла бәләкәй генә ҡусты алып ҡайтты, – ти илгәҙәк ҡыҙыҡай.

Йәш дуҫтарыбыҙ, ә һеҙ ҡәҙерле әсәй һәм өләсәйҙәрегеҙгә ниндәй бүләк әҙерләнегеҙ? Фото һәм видеоларығыҙҙы «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙгә ебәрегеҙ. 

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: