+3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Иң моңло йыр - туған телемдә»

12 йәшлек Айназ Рәхмәтова күптән түгел Өфөлә уҙған Йылайыр районы вәкилдәренең осрашыуында «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарып, тамашасыларҙы хайран итте. Әйҙәгеҙ, моңло тауышлы ҡыҙ менән яҡындан танышайыҡ.

«Иң моңло йыр - туған телемдә»
«Иң моңло йыр - туған телемдә»

12 йәшлек Айназ Рәхмәтова күптән түгел Өфөлә уҙған Йылайыр районы вәкилдәренең осрашыуында «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарып, тамашасыларҙы хайран итте. «Был ҡыҙыҡайҙан киләсәктә оҫта йырсы сығыр ул, күңелгә үтеп инерлек итеп йырлай бит», – тип һоҡланды күптәр.

Айназ – һәр яҡлап та һәләтле бала. Матур йырлауҙан тыш, оҫта итеп һүрәт тә төшөрә. Быйыл Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында белем ала башлаған. Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә лә шөғөлләнергә өлгөрә – эстрада вокалы бүлегендә IV синыфта уҡый.


Әсәһе Рәзилә Рәмил ҡыҙы әйтеүенсә, Айназ башҡорт балалар баҡсаһына ла, мәктәбенә лә йөрөмәгән, шулай ҙа туған телдә иркен һөйләшә. Телгә һөйөүе ғаиләһенән килә. Өйҙәрендә лә, ауылда ҡартатай һәм ҡартәсәйҙәрендә лә башҡортса ғына аралашалар.


– Музыка мәктәбендә урыҫса йырҙар башҡарабыҙ. Баш­ҡорт телендәгеләрҙе әсәйем өйрәтә. «Үҙ телебеҙ үҙебеҙгә генә кәрәк, шуға туған телең­дә йышыраҡ сығыш яһа, тамашасыларға йырҙарыбыҙҙы юғары кимәлдә еткерергә тырыш», – тип өйрәтә әсәйем, – ти ул.


«Иң яратҡан йырҙарың бармы?» тигән һорауыбыҙға Айназ: «Башҡорт халыҡ йырҙары күңелемә барыһынан да яҡыныраҡ», – тип яуап бирҙе. Әле репертуарында «Ҡаҙ ҡанаты», «Асылыҡай» тигән халыҡ йыр­ҙары бар.


Сығыштарынан күренеүенсә, Айназ үҙ-үҙенә талапсан, йырҙы еренә еткереп башҡарырға ярата. Был сифаты уҡыуында ла сағыла – уҡытыусылары үҙен тырыш уҡыусы тип маҡтай.

 

 

«Иң моңло йыр - туған телемдә»
«Иң моңло йыр - туған телемдә»
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: